Описание
"Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының милләт булып тупланыуында, формалашыуында төп тәғлимәттәрҙең иң әһәмиәтлеһе булған. Шуныһы ҡыуаныс - бөгөн беҙ был тәғлимәттәргә яңынан әйләнеп ҡайтабыҙ, сөнки улар беҙҙең булмышыбыҙҙа, ҡаныбыҙҙа. Был тәғлимәттәрҙең быуаттар элек бөйөк эпоста әйтелгәнлеген, йәшәйешебеҙҙә ошо һабаҡтарҙың файҙаланылғанын иҫебеҙгә төшөрөп, ҡиммәтле аҡылды йәшәү асылы итеп алайыҡ, тигән уй менән төп туғыҙ йүнәлеш тәҡдим итәбеҙ.
1. Тау буйҙары йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын.
Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
2. Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ.
Ҡараусыһыҙ ҡалғандарға, ярҙамға мохтаж булғандарға иғтибарлы булыу, ярҙам ҡулы һуҙыу.
3. Ил ынйыһын йәшереп, Ергә күмеп ҡуймаҫҡа.
Матди яҡтан хәлле йәшәгән милләттәштәрҙең әүҙем ярҙамын ойоштороу.
4. Яҡшының эскәне - һыу булыр, Ямандың эскәне - ыу булыр.
Эскелеккә ҡаршы көрәш.
5. Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен. Йәшәй торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен.
Атай-әсәйһеҙ ҡалыу ғына түгел, илһеҙ ҡалыу ҙа етемлек икәнлеген аңлатыу.
6. Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең хәтере өсөн, Тағы ла бер һынайым.
Ҡыйыҡ юлға баҫыусыларҙы туғанлыҡ тойғоһо көсө менән туралап ебәреү.
7. Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ.
Ғилем юлына баҫыусыларҙың өлгөһөндә тәрбиәләү, уңыш ҡаҙанғандарҙы хуплау.
8. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар.
Яҡшылыҡты онотмау, рәхмәтле була белеү.
9. Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Башҡорт халҡының йәшәү рәүешендә эпос аҡылының төп роль уйнағанлығын, ошо принциптарҙан тайпылыуҙың Шүлгәнлеккә килтергәнлеген, Урал батыр васыятының асылын аңлатыу, эпос йөкмәткеһен белеү - һәр башҡорттоң төп бурысы.